Тақырыбындағы халықаралық ғылыми-практикалық конференция материалдары



Pdf көрінісі
бет118/277
Дата07.01.2022
өлшемі4,33 Mb.
#20557
1   ...   114   115   116   117   118   119   120   121   ...   277
ирекле,  үҙ  фекерле  кеше  -  Салих;  ғамил  –  дәрәжәле  кеше  –  Ғамил;  шамил  –  эсенә  алған,  туплаған  – 
Шамил;  шәриф  –  ҡәҙерле  –  Шәриф  һ.б.  (әйтергә  кәрәк,  исем  ҡушыуҙың  да  үҙ  нескәлектәре  бар,  был 
турала ентекләберәк, мәҫәлән, ҡар.: [Ягафарова, 2016; Ягафарова, 2018]). 
Ғәрәп  һәм  фарсы  телдәренән  үҙләштерелгән  антропонимдар  тормош-көнкүреш  әкиәттәрендә, 
тылсымлы  әкиәттәрҙә  лә  бик  күп  осрай:  Кесе  улы  Сәфәр  исемле  булған  («Сәфәр»).  Уларҙың  бер  генә 
бөртөк  Ҡәләмфүр  исемле  ҡыҙы  булған  («Алтын  сабаҡ»).  Өйгә  ҡайтып  инһәләр,  Мәғүбә  тунды  утҡа 
яғырға  йәлләп  тора  икән  («Күгәрсен»).  Беҙҙең  ҡарамаҡҡа,  бының  үҙ  художестволы  маҡсаты  ла  бар. 
Ғәҙәттә,  әкиәттәр  ваҡиғаларҙы  билдәле  бер  конкрет  ергә,  илгә  бәйләмәй.  Уларҙа  күбеһенсә  ниндәйҙер 
алыҫ йәки мифик ер, арауыҡ тураһында һүҙ бара: геройҙар тик ниндәйҙер «бер илдә» йәшәй, «Ҡаф тау 
артына»  төрлө  йомошҡа  йөрөй,  йә  булмаһа  «Урал  тауҙарының  урманлы  урындарында  йәшәй»  һ.б. 
Мәҫәлән, Ялмауыҙ: – Ҡаф тауы артында бер дейеү ҡыҙы бар, шуны миңә алып кил, – ти («Алтындуға 
батыр»).  «Урал  батыр»  эпосында  ла  Үлем  төрки  вариантында  түгел,  ә  фәҡәт  ғәрәп  һүҙе  менән  генә 
бирелә: «Донъяны  ҡыҙырып, бөтә тереклекте ҡоротоп йөрөгән Әжәлгә ҡаршы  бер кем бер ни  эшләй 
алмаған».  Шулай  булғас,  әкиәттәрҙә  ҡулланылған  үҙләштерелгән  исемдәр  ҙә  ошо  уҡ  маҡсат  менән 
индерелгән булырға тейеш: йәнәһе, геройҙар беҙҙең ҡәүем кешеләре түгел, һүҙ беҙҙең хаҡта бармай. Был 
төр  исемдәрҙең  бер  төркөмө  артабан  үҙенең  тәүге  яңғырашын  да  юғалтҡан:  Оморҙаҡ  –  ғүмере  оҙаҡ 
(булһын) һүҙҙәренән яһалған исем.  
Түбәндәге миҫал да иғтибарға лайыҡлы: Тау башына менеп еткәйне, ялт-йолт итеп бер нәмә күренде, 
ти. Килеп  ҡараһа – ул бер йөнө көмөш, бер йөнө алтын Әнзәләкейек тигән йән икән  («Яурынтинсе»). 
Бында ла ят, билдәле булмаған нәмәне атау өсөн ғәрәп һүҙе йәлеп ителгән.  
Йыш  ҡына  әкиәттәрҙә  шул  уҡ  маҡсатта  фәлән,  фәсмәтән  кеүек  һүҙҙәр  ҡулланыла:  Мин  фәлән 
батшаның  ҡыҙы  инем  («Дарыу  эҙләүселәр»).  Ярар,  фәлән  көндө  бар  («Алтындуға  батыр»).  Тағы  ла 
миҫалдар:  Фәлән  тау  итәгендә  йоҡлап  китте  («Ғәйнизар  менән  Етемйәр»).  Эй,  фәләнә,  мин  һине  тау 
тишегенә  алып  барып  йәмин  әйттермәйенсә,  һинең  паклығыңа  ышанмайым,  тине,  ти  («Ҡатын 
хәйләһе»). Фәлән дә төгән, фәсмәтән, тип һөйләп  алып китте, ти («Йылҡысыбай»). Танышың ҡайҙа 
тора? – Фәлән-фәлән ерҙә («Мең башлы аждаһаны еңгән егет»). Әбей, ҡара әле, бына был асҡыс менән 
фәләнсә  келәтте  асма,  йәме  («Мең  башлы  аждаһаны  еңгән  егет»).  Беҙ  фәлән  ҡалаға,  фәлән  батшаны 
баҫырға барабыҙ («Өс батыр»). Күренеүенсә, фәлән һүҙе исем дә, сифат та булып килә ала.  
Әҙәмбәндә һүҙҙәренең мәғәнәһе лә билдәһеҙлекте сағылдырырға мөмкин: Фу-фу, әҙәм еҫе килә, кем 
бар унда, сыҡ! («Бер туған ике батыр»). Үҙе әҙәм ашап килгәс, әҙәм еҫе сығыр инде ул, бында бер кеше лә 
юҡ («Ҡамыр батыр менән убырлы ҡарсыҡ»). Эй, Алла бәндәләре! Һеҙ ҡайҙан, кем булаһығыҙ? («Буҙансы 
батыр»). 
Бынан тыш, әкиәттәрҙә ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре, ғәҙәттә, ихтирамлыҡ, хөрмәтләү клишелары, модаль 
һүҙҙәр  функцияһын  үтәйҙәр.  Мәҫәлән:  –  Әссәләмәғәләйкүм,  әбей!  –  Вәғәләйкүмәссәләм!  («Меңйәшәр»). 
Шулай  бара  торғас,  бер  бабайға  осраны,  ти.  –  Әссәләмәғәләйкүм!  –  Вәғәләйкүмәссәләм!  –  Һаумы!  – 
Иҫәнме!  Юлың  уң  булһын!  –  тейештеләр,  ти  («Алтындуға  батыр»).  Инәй  кешегә  сәләмут!  –  ти  егет 
(«Икмәкбай»). Тороп тор, батыр. Хәл-әхүәл һорашҡансы, көрәшмәй торайыҡ («Һунаҡ менән Имрәк»). 
Әмәлгә  ҡалғандай,  бер  ваҡыт  быларҙың  эштән  ҡайтыуына  өйҙәрендә  бер  бала  илап  ултыра. 
(«Алпамыша батыр»). Ҡартайғанда, исмаһам, бер балабыҙ ҙа юҡ бит («Алпамыша батыр»). Зинһар өсөн, 
егет,  бер  башымды  ҡалдыр  («Булат  батыр»).  Егеткәйем,  зинһар,  тере  ҡалдыр  мине!  –  тип  ялынған. 
(«Тимерхан»).  Егеттәрең  һүҙҙәрен  ишетеп,  батша  хайран  ҡалған,  «һай,  афарин»,  тип  ҡысҡырып  уҡ 
ебәргән («Өс батыр»). Балам, рәхмәт! («Мең башлы аждаһаны еңгән егет»).  
Улай ғына ла түгел, бындай ихтирам күрһәтеү, ололау формалары йыш ҡына әкиәттәрҙә геройҙарҙы 
ҙур хәүефтәрҙән һаҡлап ҡалыусан. Башҡорт халыҡ әкиәттәренең стиле өсөн сәләм биреүсегә убыр әбейе 
йәки дейеү бәрейенең «шул сәләмең булмаһа, уртаға өҙөп, ике ҡабып, бер йотор ҙа ҡуйыр инем үҙеңде» 
тигән ҡалыплашҡан яуап хас: Инде егет иҫәнелек-һаулыҡ һорашты. Баяғы әбей әйтә: – Әгәр шул сәләмең 
булмаһа,  уртаға  өҙөп,  ике  ҡабып,  бер  йотор  ҙа  ҡуйыр  инем  үҙеңде,  –  ти  («Егет  менән  аждаһа»). 
Әссәләмәғәләйкүм, олатай, – тип һаулыҡ бирәләр былар. – Ошо сәләмегеҙ булмаһа, бөтәгеҙҙе бер юлы 
йотҡан  булыр  инем,  –  ти  ҡарт  («Ташбаш  батыр,  Солтанғол  һәм  Солтанбай  батыр»).  Тимәк,  әҙәп 
ҡағиҙәләрен  тулы,  киң  ҡулланыу,  ихтирамлыҡ,  хөрмәтләү,  ололау,  яратыу,  ҡәҙерләү  тойғолары  менән 
һуғарылып әйтелгән сәләмләү һүҙе кешелә генә түгел, яман йән эйәләрендә лә тик ыңғай хис-тойғолар 
ғына уята. «Яҡшы һүҙ – йән аҙығы», – тип юҡҡа ғына әйтелмәй шул мәҡәлдә.  
Киреһенсә, ҡәһәрләү һүҙҙәре лә үҙләштерелгән һүҙ булып килергә мөмкин: Йә, етер һиңә, бәдбәхет! 
(«Исмай»).  
Кешеләрҙең  телмәрендә  үҙләштерелгән  һүҙҙәр  ҡайһы  бер  осорҙа  шәхестең  ижтимағи  торошоноң, 
хәленең  күрһәткесе  булып хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, уҡымышлы  кешеләр  телендә XVIII-XIX  быуаттарҙа 


111 
мотлаҡ  рәүештә  ғәрәп  һәм  фарсы  һүҙҙәре  ҡулланылған  булған.  Был  шул  уҡ  ваҡытта  мәҙәнилек 
күрһәткесе лә булып торған. Муллалар, дини кешеләрҙең телмәрен сағылдырыр өсөн ошо үҙләштереүҙәр 
бирелгән.  
Әкиәт  туҡымаһында  иһә  билдәле  бер  ваҡытты,  дәүерҙе,  ижтимағи  тормош  күренешен  сағылдырған 
һүҙҙәр ҙә ул – үҙләштереүҙәр. Мәҫәлән, батша һарайының тормошон, көнитмешен сағылдырған лексик 
саралар булараҡ сығыш яһайҙар ғәрәп  һәм фарсы һүҙҙәре: Батша, вәғәҙәһендә  тороп, бер нисә көндән 
туй  яһамаҡ  булып,  мәжлес  өсөн  төрлө-төрлө  ашамлыҡтар  әҙерләтеп,  шәһәрҙәге  барлыҡ  кешеләрҙе 
саҡырған, бөтә халыҡҡа – фәҡирҙәргә лә, байҙарға ла алтын өләшкән («Өс батыр»).  
Шулай итеп, ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре әкиәт телен формалаштырырға булышлыҡ итә, төрлө стилистик 
функциялар үтәй, әкиәт теленә эмоциональ төҫмөр, биҙәк өҫтәй.  
Дөйөм алғанда, үҙләштерелгән һүҙҙәр тел туҡымаһында бик мөһим урын тота: телдең ихтыяжы булған 
һүҙҙәргә,  бигерәк  тә  яңы  барлыҡҡа  килгән  реалияларға  атама  булып  йөрөй,  стилистик  яҡтан  матур 
әҙәбиәт  телендә  теге  йәки  был  дәүерҙе  ҡылыҡһырларға  ярҙам  итә,  йәнле  һөйләү  телмәрендә  үҙ-ара 
аралашыуҙы тәьмин итә, фәнни, публицистик, рәсми стилдәрҙә терминологик  бушлыҡты (кәм тигәндә, 
телдә терминология формалаша башлаған тәүге осорҙа) тултыра, халыҡ ижады телендә иһә башҡа төрлө 
өҫтәлмә функциялар ҙа башҡара. Шул яғы менән телдәге алынмалар бик ҡыҙыҡлы тикшеренеү объекты 
булалар. 


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   114   115   116   117   118   119   120   121   ...   277




©emirsaba.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет