Тақырыбындағы халықаралық ғылыми-практикалық конференция материалдары


Keywords:  translation, metaphor, method, compensation



Pdf көрінісі
бет58/548
Дата07.01.2022
өлшемі7,82 Mb.
#20554
1   ...   54   55   56   57   58   59   60   61   ...   548
Keywords: 

translation, metaphor, method, compensation. 



 

Һүрәтләү сараларын тәржемә иткәндә тәржемә практикаһында дүрт ысул файҙаланыла: 

– 

теүәл йәки һүҙмә-һүҙ тәржемә (калькалаштырыу); 



– 

айырым компоненттарҙы үҙгәртеп тәржемә итеү; 

– 

тәржемә телендәге әҙер һүрәтләү сараһы менән алыштырыу; 



– 

компенсация ысулы менән тәржемә итеү. 

Һүҙмә-һүҙ, йәғни калкалаштырыу һәм айырым компоненттарҙы үҙгәртеп тәржемә итеү – иң әүҙем 

ҡ

улланылған  ысулдар.  Беренсе  ысулға  миҫалдар:  ясные,  как  летнее  небо,  глаза  –  йәйге  ая



ҙ

 

күк  йө

ҙ

ө 



тө

ҫ

лө кү

ҙҙ

әр; это похоже было на плавание судна по бурному морю – был дауыллы диңге

ҙ

 



ө

ҫ

төндәге 



кәмәгә о

ҡ

шай. 

Айырым компоненттарҙы үҙгәртеп тәржемә итеүгә миҫалдар: плотный, как чувал с зерном – арыш 

тултырылған 

ҡ

апсы

ҡ

 

кеүек; неожиданная милость с неба – күктән төшкән бүләк. 

Айырым  осраҡтарҙа  һүрәтләү  саралары  төп  телдең  стилистик  берәмектәре  менән  алмаштырып 

тәржемә ителә. Ләкин төп нөсхәнең эмоциональ тәҫьир итеү көсө юғалмаҫҡа тейеш.  

Башҡорт һәм рус телдәренең образлылыҡ системаһында уртаҡ һәм айырмалы яҡтар бар. Шуға бәйле 

рәүештә тәржемә процесында уларҙы туранан-тура йәки яҡынса икенсе телгә күсереү мөмкинлеге тыуа. 



33 

Рус  теленән  башҡорт  теленә  йәки  киреһенсә  һүрәтләү  сараларын  тәржемә  итеү  ике  төп  нәмәгә 

бәйләнгән. Беренсеһе – һүрәтләү сараларының ике телдә лә уртаҡ үҙенсәлектәргә эйә булыуы. Икенсеһе – 

төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтендә һәм телендәге айырмалар. 

Лексик сара булған метафораларҙы тәржемә итеүҙең дә дүрт ысулы бар: 

1.  Һүҙмә-һүҙ  тәржемә  итеү.  Ике  телдә  лә  берҙәй  ҡулланылған,  тәржемә  ителгән,  килеп  сығышы 

билдәһеҙ байтаҡ традицион метафоралар бар: алтын баша

ҡ

  – 



золотой колос, тимер кеше – железный 

человек. 

2. Калькалаштырыу юлы менән тәржемә итеү: золотая голова – алтын баш. 

Башҡорт телендә традицион метафораларҙы һүҙмә-һүҙ тәржемә итеү ҙур  урын алып тора. Бындай 

тәржемә һөҙөмтәһендә башҡорт теле яңы берәмектәргә байый. 

3.  Алмаштырып  тәржемә  итеү.  Метафора  күсермә  мәғәнәһе  һәм  эспрессивлығы  буйынса  тәржемә 

телендәге башҡа бер берәмек менән алмаштырыла

4. Компенсация ысулы менән тәржемә итеү. Был осраҡта төп телдәге метафораның күсермә мәғәнәһе 

нейтралләштерелеп образлылығы юғалтып бирелә. Мәҫәлән: таш бәғер  холодное сердце. 

Башҡа  һүрәтләү  сарларынан  айырмалы  рәүештә  индивидуаль  метафоралар  төҙөлөшө  яғынан  ябыҡ 

берәмектәр  булып  тора,  шуға  ла  уларҙы  тәржемә  итеү  ҡыйынлыҡтар  уята.  Тәржемә  итеүҙә  семантик 

эквиваленттарҙы  йәки  структур-типологик  яҡтан  оҡшаш  әйтемдәрҙе  файҙаланыу  ҙур  урын  ала

Метафораны үҙгәртеберәк тәржемә итеү ҙә йыш осрай.  

Шулай итеп, һүрәтләү сараларын тәржемә итеү айырым бер ысулдарҙы күҙаллай һәм тәржемәсенән 

оҫталыҡ талап итә. 

Мостай Кәрим «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрендә үҙенең иң матур, иң изге саф бала сағын бәйән итә. 

«Был  китап  –  мөғжизәләргә  ышаныусан  сәйерерәк,  шауҡымлыраҡ,  бер  ҡатлыраҡ,  саяраҡ  кешеләр 

тураһында»,  –  ти  автор  [3,  3].  «Оҙон-оҙаҡ  бала  саҡ»  һәм  «Ярлыҡау»  әҫәрҙәрендә  яҙыусы  күргән 

ваҡиғаларға  уның  уйҙары,  кисерештәре  ҡушылып  үрелеп  бара,  көндәлек  тормош,  көнкүреш,  хыял  һәм 

тылсымлы  күренештәр  менән  сиратлаша.  Әҫәрҙәрҙең  теле  лә  бик  бай,  тел-һүрәтләү  сараларының 

төрлөләрен табып була. 

Мостай Кәрим повестарында бай һүрәтләү сараларының береһе – метафораларҙы бик йыш ҡуллана. 

Метафора һүҙ барған предметҡа образлылыҡ өҫтәй: «Шағир ҡулында метафора ҙур һәм оҫта ҡорал. Әммә 

әҫәрҙең төп идеяһына һәм бөтөнлөгөнә хеҙмәт иткән тәҡдирҙә генә ул шиғриәт көсөнә эйә була ала», – 

тип яҙа Ким Әхмәтйәнов [11, 56].  

Тәржемәлә  һүрәтләү  сараларының  бирелешен  тикшереү  күптән  көнүҙәк  мәсьәләгә  әйләнгән. 

Һүрәтләү  сараларын  тәржемә  итеү  өсөн  үҙләштереү,  калькалаштырыу,  тура  һәм  аңлатма  тәржемә, 

компенсация  ысулы  кеүек  юлдар  тәҡдим  ителә.  Руссанан  башҡортсаға,  башҡортсанан  руссаға  телдең 

лексик  һүрәтләү  сараларын  тәржемә  итеү  принциптары  һәм  теоретик  нигеҙҙәре  һаман  да  үҙ 

тикшеренеүселәрен көтә.  

Мостай  Кәримдең  әҫәрендә  метафоралар  күп  ҡулланыла.  Тәржемәсенең  маҡсаты  –  был 

метафораларҙы  рус  теленә  иң  урынлы  саралар  менән  тәржемә  итеү,  автор  теленең  матурлығын  һәм 

муллығын һаҡлау.  

Тәржемәсе  Илгиз  Кәримов  метафораларҙы  тәржемә  итеү  өсөн  тәржемә  ғилемендә  ҡулланылған 

алымдарҙың төп өс юлын файҙалана.  





Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   54   55   56   57   58   59   60   61   ...   548




©emirsaba.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет