62
хəҙерге заманда ла был ғəҙəт һаҡлана килə. Халыҡта «Ҡəбер ташына тейергə ярамай»,
«
Ҡəбер ташын ҡуҙғатырға ярамай» тигəн тыйыуҙары əле лə йыш ишетергə тура килə.
Борон, башҡорттар йəйлəүгə сыҡҡанда яланда йома намаҙын уҡыр өсөн өй
урынылай ерҙе таш менəн уратып, бурап ҡуйғандар. Был урын ға мал кермəһен, таҙа
һаҡланһын өсөн шулай эшлəгəндəр. Бындай урын тураһында Əбйəлил районында
һөйлəнелəр
1
.
Илъясов С. «Барын-табын хəтере» китабында борон Əүештауға нисек зыярат
ҡылғандары тураһында: «...
Тауға күтəрелгəндə түбəнəн аҙ ғына аҫтараҡ өс кеше ҡоласы
һыймалы ҡарағас үҫə торғайны. Элек Əүлиə тауына менер алдынан табыныусылар
тауҙың жəнүб яғындағы ҡəберлеккə зыярат ҡылып, тау үңеренəн сыҡҡан шишмə һыуы
менəн йыуынып, ҡарағасҡа килеп рөхсəт һорағас, Ҡөрьəндəн сүрəлəр уҡып, ҡулына таш
алып, тауға əүлиəлəр янына менеү хоҡуғын алған. Тауға менеү юлы ла ҡибла яҡтан булған.
Тауға менеүселəр уң ҡулына йəшел таяҡ, һул ҡулына таш тоторға тейеш булған»
2
тигəн.
Бында ҡарағастан рөхсəт һорау, əүлиəлəр янына ҡулға таш алып менеү ҡыҙыҡлы
элементтар булып торалар.
Ямғыр телəү йолаһында ла таш ҡулланыла. Халыҡ əгəр ямғыр оҙаҡ яумаһа
тауҙағы ташты йылғаға төшөрөп һалған, туҡтатыр өсөн уны аҙаҡ кире тауға мендергəндəр.
Шулай уҡ, əгəр оҙаҡ ямғыр яуһа йəй ташы, йəки яҙа ташына һуҡһаң – ямғыр яуа башлай, ə
оҙаҡ, туҡтауһыҙ яуған осраҡта ул ташҡа май һөртөп, ризалатып, доға ҡылып ямғырҙы
туҡтатыр булғандар. Киленташ, ҡолонташ, яҙаташтар тураһында фольклорсы, этнограф
ғалимдарҙан А.Инан
3
, Ф.Ғ.Хисамитдинова
4
, Ф.А. Нəҙершина
5
, Ə.М. Сөлəймəнов
6
, З.Ғ.
Əминев
7
, А.Ф.Илембəтова
8
,
Ю.Р.Əбсəлəмова
9
,
һəүəҫкəр тарихсы С.Илъясов
10
һ.б.
хеҙмəттəрендə бер ни тиклем мəғлүмəттəр бар.
Башҡорттарҙың тормош-көнкүрешендə таштар төҙөлөш материалы булараҡ актив
ҡулланылған. Борон өйҙəрҙе таш ҡойма, шишмə-ҡойоларҙы һəм мөгөрəптəрҙең эсен таш
менəн бурағандар, таш күмер яҡҡандар, ишек, күтəрмə алдарына таш түшəгəндəр. Быға
бəйле боронғо
ырым-ышаныу ҙа һаҡланған: «Тупһаға таш түшəйбеҙ – кешенең тел-теше
баҫмаһын тип. Ул ташты йыуып торабыҙ. Уны йыуһаң, ямғыр ҙа була тибеҙ» (
2003 йылда
Йылайыр районы Һынташ ауылында Мусина Сəғиҙə Рамаҙан ҡыҙынан (1932 й.)
Р.Ə.Cолтангəрəева яҙып алған)
11
.
1
Шəхси архивтан.
2
Илъясов С. Барын-табын хəтере: Тарихнəмəлəр, хəтирəлəр. Өфө, 2008. 388 б.
4
Хисамитдинова Ф.Г. Абдулкадир Инан и мифология дождевого камня у башкир // Ахнаф
Харисов и актуальные
проблемы башкирской филологии (к 100-летию со дня рождения): Матер.
8
Илимбетова А.Ф. Легенда «Ташҡолон» // «Ҡолоҡай таш» у башкир и ее генетические и
историко-культурные корни // Литературное наследие. Фольклор. Текстология: Межвуз. Сборник
9
Абсалямова Ю.
А. Обряд вызывания дождя у башкир (в контексте изучения народного
10
Илъясов С. Барын-табын хəтере: Тарихнəмəлəр, хəтирəлəр. Өфө, 2008. 272-се б.
11
Материалы – 2003: Зилаирский район. Уфа, 2006. С. 128.
62
Беларет районында: «Ятҡан ташты əйлəндерһəң – ямғыр яуа», «Ятҡан таштың
мүген асһаң – үҙеңə яуызлыҡ килə», «Ен-зəхмəт тау-таш араһында йəшəй», тигəн ырым-
ышаныуҙар бар. Ауылдарҙа «Һəр тау-таштың эйəһе бар» тигəн ышаныу ҙа киң таралған.
Борон батыр-бəһлеүəндəр
таш күтəреп көстəрен арттырғандар, һауаға, йылға
йəки ҡойма аша таш ташлар булғандар. Көс һынашҡанда тирмəн таштарын күтəреп
ҡарағандар, ҡайһыһы тубыҡҡа, ҡайһы биленə хəтлем күтəрə алған. Мəҫəлəн, Салауат
районы Арҡауыл ауылынан Борхан бəһлеүəн Ҡаратауҙа таш карьерға барып, таш күтəреп
көсөн артырыр булған... Салауат районы Мөсəт ауылында көрəшсе Ғайсин Сəмсетдин
олатай (1912-1987 йй.) йəш сағында ауыл егеттəре менəн ике метр ярымлыҡ таш ҡойма
аша берəр ботлоҡ таш ырғытыр булғандар. Йүрүҙəн йылғаһы аша кем алыҫыраҡ ташлар
тип, һəм кем бейегерəк ырғытыр тип, күккə таш ырғытып көс һынашҡандар. Таш күтəреп
көс һынашыу башҡорт əкиəттəрендə лə сағылыш тапҡан.
Мифологик легендаларҙа ла ташҡа бəйле мотивтар бар, мəҫəлəн, таштан тыуған
егет, Алп батыр тураһында йəш фольклорсы Р.Р. Зинурова мəҡəлəһендə телгə ала
1
.
Уйын жанрында ла таш ҡулланыу күҙəтелə. Мəҫəлəн, «Һаҡы таш» уйынында:
«
Биш таш алаһың, бер таш ырығытаһың да, тағы берҙе алаһың, шунан тағы ырғытаһың да
икəүҙе алаһың. Əгəр ала алмаһаң икенсе кеше уйынды дауам итə»
(2003 йылда Йылайыр
районы Ҡашҡар ауылы Сафина Зөһрə Сəйфулла ҡыҙынан (1937 й.) Г.В. Юлдыбаева яҙып
алған)
2
. Был уйын Балтас районындағы «Биш таш» уйыны менəн ауаздаш: «Бер ташты
өҫкə сөйөп ебəрəһең дə, икенсеһен алаһың. Аҙаҡ өс, дүрт ташты алып өлгөрһəң – очкоң
була. Алып өлгөрмəһəң кешегə күсə, ул ташлай»
(2008 йылда Балтас районы Нөркə
ауылы Вəлиева Светлана Шаһисолтан ҡыҙынан (1946 й.) Ф.Ф. Ғайсина яҙып алған)
3
.
Халҡыбыҙҙа ташҡа бəйле
мəҡəл-əйтемдəр күп: «Ятҡан таш мүклəнə, йөрөгəн таш
шымара», «Ятҡан таш аҫтына һыу аҡмай», «Таш менəн орғанға аш менəн ор» һ.б. тиҙəр.
Алғыш-ҡарғыштарҙа ла таш һүҙе ҡулланыла, ауылдарҙа мəҫəлəн, əгəр ҡоҙғон
ҡысҡырһа: «Тамағыңа таш төйөлһөн, ҡарғышың үҙеңə төшһөн» тип əйтəлəр. Быға ҡаршы,
шулай əйткəндəр: «Улай ҡоштарға насар əйтергə ярамай, ауыҙыңа бал да-май, тип əйт! » –
тиҙəр.
Таш менəн бəйле сағыштырыуҙар ҙа бар. Халҡыбыҙҙа ҡаты бəғерле, уҫал кешене –
«
таш йөрəкле» тиҙəр, йəғни таш һымаҡ ҡаты күңелле.
Таштарға бəйле
тыйыуҙарҙан тағы түбəндəгелəрҙе миҫалға килтерергə мөмкин:
«
Ятҡан ташты ҡуҙғатырға ярамай, туҡтауһыҙ ямғыр яуасаҡ», «Ҡəбер ташын алып
ҡайтырға ярамай» һ.б. Балаларҙың һаулығын ҡайғыртып: «Ташҡа ултырма, эсеңə, бөйөр-
бауырыңа һыуыҡ үткəрерһең»тиҙəр ололар.
Таштар
им-томда ла киң ҡулланыла. Əгəр баланың теле боҙолһа – борон уға асы
таш ялатҡандар. Ҡайһы бер төбəктəрҙə бүҫер ташы менəн төртөп имлəү ғəҙəте булған.
«
Инə таш, ата таш була. Инə таш менəн ҡыҙҙарҙы имлəйҙəр: бүҫерҙе, өсйəнде, тире
аурыуын. Ата таш менəн ир балаларҙы имлəйҙəр: эс ауыртыуҙан, күҙегеүҙəн, быуын
сиренəн”
(2003 йылда Йылайыр районы Исҡужа ауылында Юлгилдина Хəмдиə Айса
ҡыҙынан (1933 й.) Р.Ə.Cолтангəрəева яҙып алған)
4
.
«
Матур ғына шыма таш. Салғы ҡайраған таш. Имлəй инем төрлөһөн шуның менəн.
Инə таш, ата таш була. Күҙлеһе була... Шулар имгə һəйбəт»
(
2
005 йылда Һарытау өлкəһе
Ташбулат ауылынан Мусина Ҡəнифə Камали ҡыҙынан (1926 й.) Р.Солтангəрəева яҙып
алған)
5
.
1
Зинурова Р.Р. Рожденный из камня герой башкирской
богатырской сказки
«
Алп-батыр
»
//
Урал-Алтай: через века в будущее: Материалы V Всероссийской тюркологической конф., посв.80-
летию ИИЯЛ Уфимского научного центра. Уфа, 2012. С. 378-380.
2
Экспедиционные материалы – 2003: Зилаирский район... С.201.
3
Экспедиция материалдары – 2008: Балтач районы... 170-се б.
4
Экспедиционные материалы – 2003: Зилаирский район… 140-сы б.
5
Һамар, һарытау өлкəһе башҡорттарының рухи хазинаһы. Өфө, 2008. 137-се б.
63
3
Инан А. Төрки ҡəбилəлəрендə тау, ағас (урман) һəм һыу культы // Ағиҙел. 1992. № 11.
Б. 139–142.
5
Нəҙершина Ф.А. «Киленташ»тар хаҡындағы башҡорт легендалары Башҡорт фольклоры:
Тикшеренеүҙəр һəм материалдар. V cығарылыш. Өфө, 2004. 87–92-се бб.
Всерос. научно-практич. конф. Уфа, 2014. С. 278–282.
6
Сөлəймəнов Ə.М. Аҡташҡа бəйле эпостар // Урал-Алтай: через века в будущее: Матер.
Всерос. научной конф. Уфа, 2006. 400–402-се бб.
7
Аминев З.Г. Абдулкадир Инан о камне «Яда» и об обряде вызывания дождя // Ахнаф
Харисов и актуальные проблемы башкирской филологии (к 100-летию со дня рождения): Матер.
Всерос.научно-практич.конф. Уфа, 2014. С. 249–251.
научных статей. Уфа, 2009. С. 175–179.
ислама) // Труды Института истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН. Вып.
V
. Уфа, 2011. С. 66–71.
63
Беларет районында: «Ятҡан ташты əйлəндерһəң – ямғыр яуа», «Ятҡан таштың
мүген асһаң – үҙеңə яуызлыҡ килə», «Ен-зəхмəт тау-таш араһында йəшəй», тигəн ырым-
ышаныуҙар бар. Ауылдарҙа «Һəр тау-таштың эйəһе бар» тигəн ышаныу ҙа киң таралған.
Борон батыр-бəһлеүəндəр
таш күтəреп көстəрен арттырғандар, һауаға, йылға
йəки ҡойма аша таш ташлар булғандар. Көс һынашҡанда тирмəн таштарын күтəреп
ҡарағандар, ҡайһыһы тубыҡҡа, ҡайһы биленə хəтлем күтəрə алған. Мəҫəлəн, Салауат
районы Арҡауыл ауылынан Борхан бəһлеүəн Ҡаратауҙа таш карьерға барып, таш күтəреп
көсөн артырыр булған... Салауат районы Мөсəт ауылында көрəшсе Ғайсин Сəмсетдин
олатай (1912-1987 йй.) йəш сағында ауыл егеттəре менəн ике метр ярымлыҡ таш ҡойма
аша берəр ботлоҡ таш ырғытыр булғандар. Йүрүҙəн йылғаһы аша кем алыҫыраҡ ташлар
тип, һəм кем бейегерəк ырғытыр тип, күккə таш ырғытып көс һынашҡандар. Таш күтəреп
көс һынашыу башҡорт əкиəттəрендə лə сағылыш тапҡан.
Мифологик легендаларҙа ла ташҡа бəйле мотивтар бар, мəҫəлəн, таштан тыуған
егет, Алп батыр тураһында йəш фольклорсы Р.Р. Зинурова мəҡəлəһендə телгə ала
1
.
Уйын жанрында ла таш ҡулланыу күҙəтелə. Мəҫəлəн, «Һаҡы таш» уйынында:
«
Биш таш алаһың, бер таш ырығытаһың да, тағы берҙе алаһың, шунан тағы ырғытаһың да
икəүҙе алаһың. Əгəр ала алмаһаң икенсе кеше уйынды дауам итə»
(2003 йылда Йылайыр
районы Ҡашҡар ауылы Сафина Зөһрə Сəйфулла ҡыҙынан (1937 й.) Г.В. Юлдыбаева яҙып
алған)
2
. Был уйын Балтас районындағы «Биш таш» уйыны менəн ауаздаш: «Бер ташты
өҫкə сөйөп ебəрəһең дə, икенсеһен алаһың. Аҙаҡ өс, дүрт ташты алып өлгөрһəң – очкоң
була. Алып өлгөрмəһəң кешегə күсə, ул ташлай»
(2008 йылда Балтас районы Нөркə
ауылы Вəлиева Светлана Шаһисолтан ҡыҙынан (1946 й.) Ф.Ф. Ғайсина яҙып алған)
3
.
Халҡыбыҙҙа ташҡа бəйле
мəҡəл-əйтемдəр күп: «Ятҡан таш мүклəнə, йөрөгəн таш
шымара», «Ятҡан таш аҫтына һыу аҡмай», «Таш менəн орғанға аш менəн ор» һ.б. тиҙəр.
Достарыңызбен бөлісу: