Тақырыбындағы халықаралық ғылыми-практикалық конференция материалдары



Pdf көрінісі
бет117/277
Дата07.01.2022
өлшемі4,33 Mb.
#20557
1   ...   113   114   115   116   117   118   119   120   ...   277
Байланысты:
1 2019

ғәҫрәт – яңылышлыҡ, хата; вәһем – яңылыш, боҙоҡ уй; зәғем – фараз, уй; дөррә – ҙур, тәрән мәғәнәле; 
дәҡаиҡ – нескә уйҙар, тәрән фекерҙәр;  мөшкил – ауыр мәсьәлә, проблема; ноҡса – кәм, кәмселек;  яд – 
иҫтәлек, иғтибар; ҡисмәт – яҙмыш; хиссәт – хәсислек; ҡилләт – етешһеҙлек, юҡлыҡ; ҙилләт – түбәнлек, 
хурлыҡ; хиддәт – асыу, тупаҫлыҡ; ләһү – уйын-көлкө, мәҙәк; сәйран – кәйеф-сафа, күңел асыу; замир – 
выждан, йөрәк, күңел; 5) төрлө күренештәрҙең сифаттары: баһир – аныҡ; заһир – асыҡ; маһир – оҫта; 
мозһир – сәскә атып, балҡып тороусы; жәмал – матурлыҡмөрдар – насар, әшәке; шәриф – ҡәҙерле; 6) 
эш-хәрәкәт атамалары: нәфад – бөтөрөү, тамамлау; жәүлан –  әйләнеп йөрөү, хәрәкәт итеү;  сөкүт – 
өндәшмәү,  шым  тороу;  мөхакәмә  –  хөкөм  сығарыу;  жәуаз  –  дөрөҫ  булыу,  ярау;  ғофран  –  ғәфү  итеү; 
иҡрар – таңмай, йәшермәй һөйләп биреү; 7) ислам диненә ҡағылышлы һүҙҙәр: вирд – билдәле ваҡытта 
уҡыла торған доғалар; сахабә –- Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең замандаштары, уға эйәреүселәр; ғәҡаид – дини 
догмалар; шариғ – пәйғәмбәр, тәһәжжөд – төнгө намаҙ, фарыз – мотлаҡ үтәлергә тейешле дини бурыс 
һ.б.  Шуға  бәйле  рәүештә  был  һүҙҙәр,  абстракт  мәғәнәне  еткереүсе  булараҡ,  нәҡ  ошо  рухиәт,  рухи 
мәҙәниәтте  таратыу  даирәһендә  арымай-талмай  фиҙакәр  хеҙмәт  иткән  шәхестәрҙең  ижадында  ныҡлы 
урын  ала,  мәҫәлән,  халҡыбыҙҙың  арҙаҡлы  улдарының  береһе  Мифтахетдин  Аҡмулла  шиғырҙарында 
теркәлә үрҙә һанап кителгән һүҙҙәр. Аң-белем, ғилемлек юлын данлап ижад иткән шиғырҙары халыҡтың 
рухын нығытыу, күңел байлығын арттырыу, донъяны танып белеү ҡеүәһен үҫтереү маҡсатын күҙаллай. 
Халыҡ  ижады  өлгөләренән,  халыҡ  ижады  теленән  айырмалы  рәүештә,  шағирҙың  әҫәрҙәрендә  кешенең 
йәки  авторҙың  хис-тойғоларына,  уй-кисерештәренә  бик  ныҡ  иғтибар  ителә.  Шуға  күрә,  әлбиттә, 
Аҡмулланың  шиғырҙарында  абстракт  мәғәнәле  һүҙҙәр  –  ғәрәп  алынмалары  –  ҙур  урын  алып  тора. 
Уларҙың  ҡулланылышы,  бер  яҡтан,  заман  талабы  булһа,  икенсе  яҡтан,  мәғрифәтселектең,  аң-белемгә 
әйҙәүҙең асыҡ бер сағылышы. 
Артабан аҡрынлап йәнле һөйләү телмәренә, уның аша халыҡ ижады теленә үтеп инеп, тел составында 
алыштырғыһыҙ лайыҡлы урын алғандар ғәрәп һүҙҙәре. Халыҡ ижады телендә, атап әйткәндә, әкиәттәрҙең 
телендә абстракт мәғәнәле уҡыу-ғилем, һөнәргә ҡараған һүҙҙәр нәҡ ғәрәп алынмалары булып тора: Атай, 
мулла миңә төрлө ғәжәп һөнәрҙәргә өйрәнергә ҡуша («Яңғыҙаҡ батыр»). Вәзир ары иткән, бире иткән, 
мәҙрәсәгә  барып,  теге  шәкерттәрҙән  һорашҡан  («Ғәҙел  батша»).  Абстракт  һүҙҙәрҙең  күпләп 
ҡулланылышы  тормош,  фани  донъя  күренештәренең  күп  осраҡта  ислам  диненән  килгән  традицияға 
нигеҙләнеүенә бәйле: Әгәр донъялыҡта ул алһаң, үҙең донъянан китергә тейеш булаһың («Алп батыр»). 
Был  мәкерле  донъяла  иң  ныҡ  ҡайыш  ниндәй  тиренән  яһала?  («Ҡырҡатар  батыр»).  Эй,  батыр,  улай 
һөйләнмә! Көфөр һүҙҙәр әйтәһең! («Оморҙаҡ батыр»). Вәғәҙәм – антым булыр («Исмай»). Гөнаһың ҙур 
(«Исмай»). Булат ағаһына  ҡарағанда зирәгерәк булған. Берҙән-бер көндө ул ағаһына бында тормаҫҡа, 
икенсе  яҡҡа  бәхет  эҙләп  сығып  китергә  кәңәш  иткән  («Булат  батыр»).  Эй  балаҡайым,  ҡайһы  илдәрҙә 
йөрөнөң,  ни  михнәттәр  күрҙең?  («Алпамыша  батыр»).  Бына  был  ике  ғәзиз  бала  миңә  ярҙам  итте 
(«Ҡырҡатар батыр»). 
Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе байҡағанда тағы ла бер момент күҙгә ташланды: ғәҙәттә, кешенең һәм уратып 
алған донъяның сифаттары йәмғиәт тарафынан ыңғай һәм кире итеп баһалана. Шуныһы ҡыҙыҡлы: кире 
сифаттар үҙҙәренең тура мәғәнәләрендә генә ҡулланылыусан: насар икән – насар, йәмһеҙ икән – йәмһеҙ, 
ялҡау икән – ялҡау; был һүҙҙәр ошо мәғәнәләрендә көндәлек телмәрҙә лә, әҙәби әҫәрҙәрҙә лә файҙаланыр. 
Ә  бына  ыңғай  сифаттарҙы  белдереп  йөрөүсе  һүҙҙәр  барыһы  ла  тип  әйтерлек  антропонимикаға  күсеп 
бөткән:  балала  ыңғай  сифаттарҙы  күрергә  теләү  уға  туранан-тура  үҙ  телендә  түгел,  ә  сит  телдә  ошо 


110 
сифаттарҙың атамаһы булған һүҙҙәрҙе ҡушыуға килтергән, мәҫәлән, малик – эйә, хужа - Малик; салих – 


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   113   114   115   116   117   118   119   120   ...   277




©emirsaba.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет