Тақырыбындағы халықаралық ғылыми-практикалық конференция материалдары



Pdf көрінісі
бет55/277
Дата07.01.2022
өлшемі4,33 Mb.
#20557
1   ...   51   52   53   54   55   56   57   58   ...   277
Байланысты:
1 2019

Ключевые слова: предложения, персонаж, характер, трилогия.  
 
Башҡорт  телендә  аралашыу,  йәғни  (коммуникатив)  маҡсаты  яғынан  һөйләмдәрҙең  дүрт  төрө 
ҡулланыла:  
1) 
хәбәр һөйләмдәр; 2) һорау һөйләмдәр; 3) бойороҡ-өндәү һөйләмдәр; 4) тойғо һөйләмдәр [3]. 
Һорау һөйләмдәр башҡа төр һөйләмдәрҙән үҙенең аныҡ һорау интонацияһы булыуы менән айырылып 
тора. Һорау интонацияһы йыш ҡына һорау һөйләмдең берҙән-бер билдәһе була. Һорау дөйөм һәм конкрет 
формала булырға мөмкин. Дөйөм һорау һөйләмдәрҙә берәй эш-хәл, ваҡиға, әйбер хаҡында ни ҙә булһа 
белеү,  уларҙың булыу-булмауын асыҡлау маҡсаты  ҡуйыла. Һөйләүсе  һорау  һөйләмдәр  ярҙамында теге 
йәки был мәсьәләне асыҡларға, берәй төшөнсәне аңларға теләген белдерә.  
Хәл-ваҡиғаның  ҡасан,  ҡайҙа,  нисек,  ни  рәүешле,  кем  тарафынан  башҡарылыуын  һ.б.  асыҡларға 
теләгәндә  конкрет  һорау  һөйләмдәр  барлыҡҡа  килә.  –  Ниңә  тип  ни,  күпмегә  хәтле  былай  һыҙланып 
йөрөмәксе  булаһың?  –  тине  Сыуаҡай  әбей,  ҡаты  итеп  («Кәмһетелгәндәр»).  –  Ҡыҙҙарым,  –  тине  ул, 
тауышын  көскә  сығарып.  –  Ҡыҙыҡайҙарым,  һеҙ  ҡайҙа?..  («Кәмһетелгәндәр»).  –  Һиңә  берәй  изге  йән 
осраманымы?  –  тип  ныҡышҡан,  ти,  әбей  («Кәмһетелгәндәр»).  –  Ә  балалар?  –  тине  Байгилде  ағай, 
аптыранып. – Балаларымды ҡайҙа ҡуям?! («Кәмһетелгәндәр»). 


49 
Һорау  һөйләмдәрҙә  һорауҙы  белдергән  махсус  грамматик  саралар  ҙа  бар.  Мәҫәлән,  бындай 
һөйләмдәрҙә һорау киҫәксәләре ҡулланыла: Бабай, атыңды туғарайыҡмы? («Кәмһетелгәндәр»). Сәғүрә 
еңгә  уның  яғына  көскә  башын  бороп:  –  Ҡыҙыҡайым,  бәпесем,  ауырып  киттеңме  әллә?  –  тип  һораны 
(«Кәмһетелгәндәр»). – Килдегеҙме, ҡыҙҙарым? – тине Шәһит бабай («Кәмһетелгәндәр»). 
Хәл-ваҡиғаның ҡасан, ҡайҙа, нисек, ни рәүешле, кем ҡатнашлығында башҡарылыуын һ.б. асыҡларға 
теләгәндә  һорау  алмаштары  бик  актив  ҡулланыла.  Мәҫәлән:  –  Ниңә  оло  кешене  үсекләйһең?  –  тип 
шыбырланы  Сәғүрә  еңгә.  –  Үсегеп  килмәй  ҡуйһа,  мине  кем  ҡарар?  («Кәмһетелгәндәр»).  Ҡайҙа 
ҡабаланаһың? («Емеш»). Ниңә алып сыҡманың? («Оло Эйек буйында»). «Эй-й, Байрас, ниңә һин бында, 
Ырымбурға,  килмәнең  икән?»  («Емеш»).  –  Тик  ҡасан  ғына  үҫеп,  ҡул  араһына  инер  һуң  ул?! 
(«Кәмһетелгәндәр»). 
Һорау  һөйләмдәр  төп  һорау  һәм  риторик  һорау  һөйләмдәргә  бүленә.  Төп  һорау  һөйләмдәргә  үрҙәге 
миҫалдарҙы килтерергә мөмкин.  
Риторик һорау һөйләмдәр хәҙерге башҡорт телендә семантик йәһәттән бик күп төрлө. Риторик һорау 
һөйләмдәрҙең  семантик  үҙенсәлектәрен  был  мәҡәләлә  Зәйнәб  Биишеваның  «Яҡтыға»  трилогияһы 
миҫалында (Емеш. Роман. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. – 496 бит; Кәмһетелгәндәр. Роман. 
Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. – 432 бит; Оло Эйек буйында. Роман. – Өфө: Башҡортостан 
китап нәшриәте, 1990. – 288 бит) ҡараныҡ.  
Риторик һорау һөйләмдәр әҙәби әҫәрҙәрҙә, шул иҫәптән «Яҡтыға» трилогияһында йыш осрай. Бындай 
һөйләмдәр  мәғәнә  яғынан  хәбәр  һөйләмдәргә  лә  яҡын  була:  Ҡарасы,  ҡайһы  арала  был  болот  ҡалҡып 
сыҡҡан?  («Кәмһетелгәндәр»).  Эй  әҙәм  аҡтығы,  ҡулынан  килмәгәс,  исмаһам,  тик  кенә  торһа  ни  була 
икән? Үҙ һүҙеңдән үҙең баш тартыу кешелекме ни?! («Емеш»). Тик Сыуаҡай әбей генә, ҡаты шомланып: 
– 
Китсе,  кит!  Дүрт  йәшлек  бала  белә  торған  эшме  ни  инде  был?!  Һай,  ахыр  заман  балаһы...  –  тип 
һөйләнде  («Кәмһетелгәндәр»).  Байгилде  ағай  башҡа  ваҡыт  булһа:  –  Сыуаҡай  еңгә,  бәй-бәй,  һиңә  ни 
булды?  Һин  дә  аллаға  үпкәле  һүҙҙәр  әйтә  башланың  түгелме  һуң?  –  тип  мәрәкәләмәй  ҡалмаҫ  ине, 
әлбиттә («Кәмһетелгәндәр»). 
Художестволы әҫәрҙәрҙә персонаждарҙың эске телмәре күп осраҡта риторик һорау һөйләмдәр менән 
бирелә  [1].  Риторик  һорау  һөйләмдәр  хис-тойғоло  була,  текстың  йөкмәткеһенә  экспрессивлыҡ, 
эмоционаллек өҫтәй. Йәнле телмәрҙән айырмалы рәүештә, монологик типтағы әҫәрҙәрҙә һорау һөйләмдәр 
өҫтәмә  функция  ҡабул  итә,  сөнки  уларҙа  һорау  һәм  һөҙөмтә,  раҫлау  һәм  кире  ҡағыу,  аптырау  һәм 
һоҡланыу һ.б. мәғәнәләр бергә килә. 
Миҫалдар: Ниндәй яҙмыш көтә уларҙы киләсәктә?.. Нимәләр күрергә, ниҙәр кисерергә тура киләсәк?.. 


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   51   52   53   54   55   56   57   58   ...   277




©emirsaba.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет