50
үҫәләр икән инде? Шул матур ғына көйө ҡалһаларсы инде... Бөтә нәмә лә шулай тыуа, үҫә, үләме икән
ни?.. Хатта бынауы ағастар ҙа... Ниңә былай? Ни өсөн? Уны үҙгәртмәй, иң матур бер сағында ғына
туҡтатып булмаймы икән ни? Мин дә шулай үҫермен, ҡартайырмын... унан үлерменме икән? Уй, ниндәй
ҡурҡыныс!.. Былай булғансы, тыумаған ғына булһамсы мин!..» Емеш ошондай аңлайышһыҙ, ҡатмарлы
уйҙарҙан арына алмай ултырғанда, бер ҡаҙ бәпкәһе уның эргәһенә килде («Кәмһетелгәндәр»).
Был форма ярҙамында Емеш үҙенең уйлау процесының төп һөҙөмтәләрен туплай, шуның өсөн уларға
теүәллек, тамамланғанлыҡ һәм өҙлөкһөҙлөк хас. Эске монолог героиняның үҙ-үҙен тынысландырыу,
йыуатыу, үҙенең ҡылыҡтарына баһа биреү сараһы булып та хеҙмәт итә [2]. Мәҫәлән:
Етмәһә бая Байрас биргән кескәй ҡағыҙ киҫәге лә уның йөрәген үтә йыш, ярһыу тибергә мәжбүр итә
ине. Усын көйҙөрөп, йөрәген яндырып, йөҙөнә эҫе нур бөркөп тора һымаҡ, һәм ул үҙенең нисек әле был
ҡағыҙҙы киреләнмәй, икеләнмәй генә түгел, ә ниндәйҙер бөткөһөҙ кинәнес, ҡыуаныс менән алыуына һис
тә төшөнә алмай ыҙаланды. «Нисек былай булды һуң? Ниңә Емеш уны алды? Ниңә ташламаны? Ниңә
ниндәйҙер сиктән тыш яҡын, ҡөҙрәтле нәмә һымаҡ күреп ҡәҙерләп юбкаһындағы кескәй генә кеҫәгә
йәшереп ҡуйҙы? Бер саҡ Моратшаның уҡ менән атып биргән хатын ул шунда уҡ йыртҡылап
ырғытҡайны лабаһа? Ниңә Байрастың хатын ташларға уның көсө етмәй? Улай ғына ла түгел, ниңә
кескәй генә ҡағыҙ киҫәге уның йөрәгендә тау хәтле тулҡын тыуҙыра?» («Емеш»).
Риторик һорау һөйләмдәр иһә төп һорау һөйләмдәрҙән айырылып тора, сөнки улар тыңлаусынан яуап
талап итмәй һәм был осраҡта тыңлаусының булыуы ла шарт түгел. Миҫалдар:
Бына бит, әҙәмгә күпме
кәрәк? Бүтән һүҙ тиген, ә? Ниңә ағайым яратмай икән уларҙы?.. Айһылыу еңгәне күрәләтә ата-әсәһенән
шулай бөтөнләй айырыу яраймы икән ни? («Емеш»).
Үҙе әленән-әле көрһөнөп: – Эй-й, тулғаҡ аҙабын да,
әсәлек ләззәтен дә татымаған кеше балаларҙы йәлләй белерме лә, ҡарай белерме? Булмаҫ, йүне булмаҫ, –
тип һөйләнде («Кәмһетелгәндәр»).
Емештең эске монологтарында ла беҙ уның икенсе кешеләрҙең әйтелгән һүҙҙәренә һәм эшләгән
ҡылыҡтарына яуап түгел, ә уның реакцияһын ғына күрәбеҙ.
–
Бәй, мин һине сиған ҡыҙылыр тип торһам... – тине ағай, ҡашын яҙмай ғына. Бүтән һүҙ өҫтәмәне,
һаман шул ҡараңғы сырай менән бал һатыуында булды. Емеш эстән генә йылмайып ҡуйҙы. «Моғайын,
был ағайҙың балға асыуы киләлер. Ҡумыҡҡан йүкә балы тәпәндән сыҡмай ыҙалай ҙабаһа! Шул юҡ нәмә
менән һатыу итеп тороуына йәне көйәлер уның. Ысынлап та, шундай олпат, етди кешенең эшеме ни
инде был?! Кем белә, бәлки, Емеш шикелле үк уның да был баҙар тигән нәмәне йәне һөймәйҙер?..»
(«Емеш»).
Ахыр, мейес артынараҡ инеп ултырған ерҙән кемдер күтәрелеп баҫты:
–
Бер һүҙ әйтәйем әле. «Аһа, Бибеш апайым даһа?! – тип тамам аптырап китте Емеш. Нимә
һөйләмәксе икән? Әле ағайым ҡасан ғына, Бибеш ширҡәткә инергә теше-тырнағы менән ҡаршы тора,
бер нәмәгә ҡатнашмай, бер ергә йөрөмәй, тип яҙғайны. Әле инде ниндәйҙер һүҙ әйтмәксе. Баҙыян
еңгәмдән өлгө ала, күрәһең» («Емеш»).
Шулай уҡ Емештең монологтары аша беҙ уның күңел торошо тураһында ла мәғлүмәт алабыҙ. Ул
ҡайһы ваҡыт шат, ҡайһы ваҡыт ҡайғылы, бошонҡо һәм дә аптыраған хәлдә сағылдырыла:
«Көрән бейәнең атлауы ырамлы, тигән була ағайым, – тип инде бошоноп уйланды Емеш. – Ҡайҙан
ырамлы булһын? Бер аяғын алға баҫһа, икенсеһен артҡа баҫа һымаҡ. Эй-й, был икһеҙ-сикһеҙ ялан
яҡтарын беҙ нисек уҙып бөтөрбөҙ ҙә, ҡасан барып етербеҙ?» («Кәмһетелгәндәр»).
«Ниңә Иштуған ағайым бер һүҙ ҙә әйтмәй икән, исмаһам? Айһылыуҙы мин яратам бит уны! – тиһә
лә ҡуйһа ни була икән?.. Айһылыу апай ҙа өндәшмәй. Бына Таһир менән Зөһрә бит улай булмаған... Аҡтыҡ
һулыштарына тиклем тартышҡандар. Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу ҙа шулай... Әллә әкиәттә,
китапта ғына кеше ҡыйыу буламы икән?» – тип өҙгөләнеп, бөтә йөрәктән көйөнөп уйланды Емеш
(«Кәмһетелгәндәр»).
Әҫәрҙәге эске телмәр Емештең серҙәренең сиселеше кеүек ҡабул ителә. Уҡыусылар Емештең хис-
тойғоларын асыҡтан-асыҡ уҡый, ә был инде авторҙың әйтергә теләгән ниәттәрен яҡшыраҡ аңларға ярҙам
итә.
Эске монологтарҙа ҡулланылған риторик һорау һөйләмдәр әҫәрҙәрҙең психологизмын көсәйтә,
ваҡиғалар менән хис-тойғолар араһындағы бәйләнеште тәрәнәйтеп күрһәтә һәм персонаждарҙың ауыр
характерын асҡанда төп роль уйнай.
Йомғаҡлап әйткәндә, эске телмәрҙе кешенең туҡтауһыҙ үҙ-үҙе менән аралашыу процесы тиергә
мөмкин, йәғни ул кешенең аңындағы төрлө позицияларҙың үҙ-ара диалогҡа инеүе. Төҙөлөшө яғынан
монолог эсендәге һөйләмдәргә ҡыҫҡалыҡ, һүҙҙәрҙең ҡабатланыуы хас. Һөйләм киҫәктәренең күбеһе
төшөп ҡалырға мөмкин, әммә әйтелергә теләгән уйҙы еңел генә аңлап була. Үҙ-үҙең менән диалог асыҡ
яуап талап итмәгәнлектән, эске телмәрҙә риторик һорау һөйләмдәр йыш осрай.
Достарыңызбен бөлісу: